СМИ о нас

Ағиҙел ҡалаһы балалары менән осрашыу
Ағиҙел ҡалаһындағы Үҙәк китапханала балалар "Аҡбуҙат" журналының һәм "Йәншишмә" гәзитенең баш мөхәррирҙәре Лариса Абдуллина, Мирсәйет Юнысов менән осрашты.
Сарала шулай уҡ "Без башҡортлар" төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев, "Аҡбуҙат" журналының бүлек мөхәррире Айгөл Ғәбитова, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Ирек Вәлиев, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Регина Әбүбәкирова ла ҡатнашты.
Ағиҙел ҡалаһында мәҙәниәтте үҫтереү буйынса "Тулҡын һыртында" исемле ойошма эшләп килә, ул "Әсәм теле - сәсән теле" проекты менән Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы грантында ҡатнашып еңеү яулай. Был осрашыу ҙа ошо проект сиктәрендә ойошторолдо.
"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина кескәй дуҫтарыбыҙ менән башҡорт балаһы белергә тейешле дүрт таяу: тел, тарих, шәжәрә, иман хаҡында әңгәмә ҡорҙо, баҫманың бүлек мөхәррире Айгөл Ғәбитова балаларға улар теле менән "Аҡбуҙат"тың ҡыҙыҡлы булыуы смартфондағы мультимедиа донъянан бер ҙә ҡалышмауы хаҡында һөйләне, "Йәншишмә" гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов балаларҙы гәзит менән таныштырҙы, уларҙың ҡышҡы каникулдары нисек уҙыуы менән ҡыҙыҡһынды.
Әңгәмәлә әүҙем ҡатнашып ултырған балалар иҫтәлеккә бүләккә ҡыҙыҡлы, сағыу китаптар алып ҡыуанды, уларға "Аҡбуҙат" журналы, "Йәншишмә" гәзитенең календарҙәре тапшырылды.
Сараны биҙәп Азалия Шәһиева, Әмирә Исламова Лариса Абдуллинаның шиғырҙарын һөйләне, Ағиҙел ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡыусылары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның "Минең әсәйем кем?" әкиәтен сәхнәләштерҙе, ҡумыҙҙа ла уйнаны.
"Без башҡортлар" хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев балаларға аңлайышлы телдә башҡорттарҙың ырыуҙарға бүленешен һөйләне. Уның сығышы үҙенә күрә ҡыҙыҡлы дәрескә әүерелде.
Айгөл ҒӘБИТОВА.
Автор фотолары.
Оставить сообщение: