С наступающим Новым годом!


Ҡәҙерле дуҫтар!
2023 йыл аҙағына ла яҡынлашты. Үткән йыл ниндәй генә булмаһын, беҙ унда йәшәнек: эшләнек, бәхетле булдыҡ һәм яраттыҡ. Башҡаларға ярҙам иттек һәм кәрәк мәлдәрҙә бер-беребеҙгә иңдәребеҙҙе терәй белдек.
Ҡала халҡына эшһөйәрлек һәм оптимизм, берҙәмлек өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем. Һеҙҙең ярҙамығыҙ һәм яҡшы, намыҫ менән эшләнгән эшегеҙ киләсәктә лә яратҡан Ағиҙелебеҙҙе матур, төҙөк итер тигән өмөт бирә!
Яңы 2024 йыл һәр йортҡа, һәр ғаиләгә һаулыҡ, мөхәббәт һәм бәхет килтерһен, бөтәһенә лә тормош шатлығы, тыныслыҡ һәм именлек бүләк итһен!
Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар!
Оставить сообщение: