Йәштәр йылына йомғаҡ яһайбыҙ
Бөгөн, 13 ноябрҙә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы алдынан, Өфөлә Йәштәр йылына йомғаҡ яһау буйынса тантаналы сара үтә, шулай уҡ “Рух” башҡорт йыры фестиваленең финал концерты буласаҡ.
Сара Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма үткәргән квиз уйынынан башланды. Алып барыусы – тележурналист, Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы, “Сәләм” тапшырыуы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Контроль-иҫәп комиссияһы ағзаһы Наил Юнысов.
Мәғлүм булыуынса, Йәштәр йылы барышында республикабыҙҙың күп район һәм ҡалаларында “Рух майҙаны” күсмә комплекслы саралары үтте. Уларҙа Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының квиз уйындары уҙғарылды. Урындарҙа еңеү яулаған командалар финал уйынына саҡырылды. Һөҙөмтәлә бөгөн, 13 ноябрҙә, улар йәнә халҡыбыҙҙың тарихы буйынса белемен һынап ҡараны: уйындың темаһы “Башҡорт батырҙары” булды.
------------------------------
?Подводим итоги Года молодежи
Сегодня, 13 ноября, в преддверии VI съезда Всемирного курултая башкир, в Уфе проходит торжественное мероприятие по подведению итогов Года молодежи, объявленного Всемирным курултаем башкир, также ожидается финальный концерт фестиваля башкирской песни “Рух”.
Мероприятие началось с командной квиз-игры, которую организовал АНО по сохранению и развитию башкирского языка. Ведущим выступил тележурналист, ведущий телеканала БСТ, руководитель утреннего телешоу “Салям”, член Контрольно-счетной комиссии ВКБ Наиль Юнусов.
Как известно, в течение Года молодежи во многих районах и городах республики состоялись выездные комплексные мероприятия “Рух майҙаны”. В рамках мероприятий были организованы квиз-игры АНО по сохранению и развитию башкирского языка. Команды, которые стали победителями на местах, были приглашены на финальную игру. В результате сегодня, 13 ноября, они вновь прошли испытание, проверив свои знания по истории нашего народа: тема игры – “Башкирские батыры”.
#ЙәштәрЙылы #Годмолодежи
Оставить сообщение: